Бөтә яңылыҡтар

100 метрлыҡ тимер юл япмаһы зыян күргән

5 майҙа кискеһен Шишмә районында Шөңгәккүл станцияһы янында ете цистерна һәм бер вагон рельестан сыҡҡан. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, улар буш булған.

100 метрлыҡ тимер юл япмаһы зыян күргән
100 метрлыҡ тимер юл япмаһы зыян күргән

Тауар поезы 48 вагондан тороуы билдәле. Цистерналар төшөүе арҡаһында 100 метрлыҡ тимер юл япмаһы зыян күргән. «Бәйләнеш селтәрҙәре зыян күрмәгән. Һәләк булғандар һәм йәрәхәтләнгәндәр юҡ. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», – тип билдәләнеләр ведомствола. Ваҡиға урынына Башҡортостандың Дим станцияһынан һәм Ырымбур өлкәһенең Абдулла станцияһынан тергеҙеү поездары ебәрелгән. Урында Рәсәй тимер юлдары ҡотҡарыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре лә эшләй.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: