Бөтә яңылыҡтар

Юл фажиғәләре - 4 май

Уҙған тәүлектә республика юлдарында 11 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа 14 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1500-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 34 иҫерек водитель тотолған.

Юл фажиғәләре - 4 май
Юл фажиғәләре - 4 май

Уҙған тәүлектә генә балалар ҡатнашлығында дүрт автоавария теркәлеп, алты бала төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Көндөҙ Өфөнөң Ленин районында 30 йәшлек ҡатын "Рено Сандеро" машинаһында тәүҙә алда барған "Шевроле Авео"ға төртөлгән, шунан һуң тимер ҡоймаға барып бәрелгән. Аварияла "Renault" машинаһының пассажиры, биш йәшлек ҡыҙ, йәрәхәтләнгән.

Өфөнөң Октябрьский районында 13 һәм 16 йәшлек үҫмерҙәрҙе йәйәүлеләр үткәүеле аша үткәндә бәрҙергәндәр. Улар ҙа дауаханаға оҙатылған.

Учалы районының Сәфәр ауылында 16 йәшлек үҫмер үҙйөрөшлө машинала юлдан осҡан. Аварияла ике пассажир, 16 һәм 14 йәшлек ҡыҙҙар, йәрәхәтләнгән.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: