Бөтә яңылыҡтар

Ветерандар китә, ҡала ерҙә улар яулаған тыныслыҡ!

Йәрмәкәй районында 99 йәшлек ветеран Әмирйән Заһиҙуллин вафат булған.

Ветерандар китә, ҡала ерҙә улар яулаған тыныслыҡ!
Ветерандар китә, ҡала ерҙә улар яулаған тыныслыҡ!

Ҡаһарман яугир Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына тиклем ике аҙна йәшәп өлгөрмәгән.

- Әмирйән Шәрифулла улы тыумышы менән Иҫке Шах ауылынан ине. Ул 1942 йылда 18 йәше тулыр-тулмаҫтан фронтҡа алына. Тәүге көндәрҙән 1-се гвардия дивизияһының 22-се айырым батальоны составында алғы һыҙыҡта аяуһыҙ көрәшә. Бер нисә тапҡыр ҡаты яраланыуына ҡарамаҫтан, яу ҡырын ташлап китмәгән. Тик 1946 йылда ғына уға тыуған яғына ҡайтырға насип була. Ҡаһарманлығы өсөн II дәрәжә Ватан ордены, «Батырлыҡ өсөн», Жуков исемендәге һәм башҡа бик күп орден-миҙалдар менән бүләкләнә. Ҡайтҡас, оҙаҡ йылдар ауыл советы рәйесе вазифаһын башҡара. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Йәрмәкәй районында бер генә бөртөк һуғыш ветераны ҡалды. Ул Тарҡазы ауылынан 97 йәшлек Әбүзәр Мостафин, - тип хәбәр итә Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Ынйы Шафиҡова.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: