Бөтә яңылыҡтар

ЦУР ярҙамға ашыға

Респбулика менән идара итеү үҙәге ярҙамында Стәрлетамаҡ – Стәрлебаш – Федоровка трассаһы ремонтланған.

ЦУР ярҙамға ашыға
ЦУР ярҙамға ашыға

"Барыһы ла шәп эшләнгән!" Республика менән идара итеү үҙәгенә ошондай хаттар килһә, шатлығыбыҙҙың сиге булмай. Стәрлетамаҡ – Стәрлебаш – Федоровка трассаһы үтә емерек хәлдә ине, быны фотоһүрәттән күрергә мөмкин. 

2022 йылдың 28 мартында халыҡ социаль селтәрҙә юлға ремонт кәрәклеге хаҡында яҙғайны. Беҙ республика Юл хужалығы идаралығы менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.

Һауа торошо яҡшырыу менән юлсылар трассаны ремонтлап та ҡуйҙы. Юл хужалығы идаралығынан әйтеүҙәренсә, быйыл был юлдың айырым участкаларын ремонтлау планлаштырылған.

Һандарға килгәндә: йыл башынан 4 майға тиклем ЦУР юл ремонтына бәйле 836 хат ҡабул итте. Уҙған йылға ҡарағанда 200 мөрәжәғәткә күберәк.

#ЦУРБашкортостан #решаем_вместе

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: