Бөтә яңылыҡтар

Тәүлек эсендә муттар дүрт кешене алдаған

Бөрйән районында йәшәгән 65 йәшлек иргә ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, брокер иҫәбен асырға тәҡдим иткән, йәнәһе лә, аҙаҡ шул иҫәптән яҡшы табыш алырға мөмкин. Артабан татлы телле ҡатын иргә һылтанма ебәргән. Ир шул һылтанма буйынса инеп, иҫәпкә 700 мең һум аҡсаһын күсергән. Үҙемдең иҫәпкә һалам, тип уйлаған ир алданыуын һуң ғына аңлаған шул...

Тәүлек эсендә муттар дүрт кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар дүрт кешене алдаған

Муттар халыҡты алдар өсөн төрлө-төрлө ысулдар уйлап сығарып ҡына тора. Уларҙың фантазияһына, актер оҫталығына, кеше психологияһын яҡшы белеүенә аптырарһың да... Ләкин ниндәй сүрәткә инһәләр ҙә, тоҙаҡтарына ҡаба күрмәгеҙ, һаҡ булығыҙ, дуҫтар!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: