Бөтә яңылыҡтар

Рөстәм Нәбиевтың ғаиләһендә ҡайғы...

Билдәле спортсы, альпинист яҡын кешеһен юғалтҡан.

Рөстәм Нәбиевтың ғаиләһендә ҡайғы...
Рөстәм Нәбиевтың ғаиләһендә ҡайғы...

Омскиҙа казарма емерелгәндә иҫән ҡалған яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевтың атаһы мәрхүм булған. Был хаҡта ул кисә үҙенең телеграм-каналында яҙған.

– Ғәфү ит, атай, күп нәмәне һиңә әйтергә өлгөрмәнем... илайым. Барығыҙға ла ҡайғы уртаҡлашыуығыҙ өсөн рәхмәт. Шулай килеп сыҡты... Көтмәгәндә. Бөтөнләй ышанмайым. Бөгөн иртән шылтыратырға теләгәйнем... шылтыратманым. Бер ваҡытта ла планлаштырған эшегеҙҙе кисектермәгеҙ, аҙаҡтан һуң булыуы ихтимал.

Блогерҙың һүҙҙәренсә, атаһы инфаркт арҡаһында вафат булған.

Яҡташыбыҙҙың һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: