2021 йылдың 17 авгусында була был фажиғә. БР Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылындағы бер гаражда янғын сыҡҡан. Уны һүндерергә килгән янғын-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре тиҙ тоҡаныусан матдә һалынған тимер мискәне тышҡа сығарған да, шул көйө ҡалдырып киткән. Ошо уҡ кистә мискә шартлаған. Яҡында уйнап йөрөүсе ете һәм алты йәшлек ике баланың тәне бешкән. Дауаханаға алып барһалар ҙа, 90 процентҡа бешкән алты йәшлек бала бер нисә көндән һуң үлгән. Икенсеһенең тәне 50 процентҡа бешкән, ул саҡ йүнәлгән.
Был фажиғәлә янғын-ҡотҡарыу часының ҡарауыл башлығы ғәйепләнә. Әммә ул ғәйебен танымаған. Әле енәйәт эше судта ҡарала.
Фото: ГУ ЧС по РБ.