Бөтә яңылыҡтар

Әҙәмде нисек кенә һынамай был тормош

19 йәшлек егеттең иңбашын бурса үтәнән-үтә тишеп сыҡҡан.

Әҙәмде нисек кенә һынамай был тормош
Әҙәмде нисек кенә һынамай был тормош

Был ҡот осҡос хәл күрше Татарстан республикаһында була.
Билдәле булыуынса, егет иҫке ҡоролманы һүткән. Уйламағанда уның өҫтөнә стена емерелеп төшә. Һәм бурса егеттең иңбашын үтә тишә. Имгәнгән егетте Балтас районынан санавиация менән республика клиник дауаханаһына алып баралар.
- Егеттең һөйәк мейеһе ныҡ йәрәхәтләнгән, башы бәрелгән, янбаш һөйәге һынған. Мөғжизә менән генә уның үпкә, артерияларына зыян килмәгән, - ти табиптар.
Әле егеткә операция яһағандар, ул ауыр хәлдә, реанимацияла ята. Уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә.

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: