Бөтә яңылыҡтар

Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре һыҙлаған аяҡтарын ҡырмыҫҡалар ярҙамында дауалай

Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре төркөмөнән алдыҡ: "Беҙ бөгөн Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре ҡоро ағзалары, өләсәй, әсәй, ололарҙың һөйләгәндәрен иҫкә төшөрөп, һыҙлаған аяҡтарыбыҙҙы ҡырмыҫҡа иләүенә тығып, дауаланырға тип, урманға барҙыҡ. Борон бит беҙҙең ата бабаларыбыҙ дауаланыр өсөн тәбиғәткә мөрәжәғәт иткән.

Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре һыҙлаған аяҡтарын ҡырмыҫҡалар ярҙамында дауалай
Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре һыҙлаған аяҡтарын ҡырмыҫҡалар ярҙамында дауалай
 
Элек өләсәйем яҙ етһә, май айында, көндәр йылына башлаһа беҙҙе урманға алып сығар ине. Ҡырмыҫҡа иләүен табып, үҙе менән алған бәләкәй ултырғысҡа ултырып, һыҙлаған аяҡтарын ҡырмыҫҡа иләүенә тығып ултырыр ине. Тубыҡтан өҫкә ҡырмыҫҡалар үрмәләмәһен өсөн май һөртөр ине. Һырып алған ҡырмыҫҡалар ға иғтибар итмәй, беҙгә ҡыҙыҡлы берәй ваҡиға һөйләр ине. Беҙ, бала-саға ла ҡулдарыбыҙ ҙы тығып ҡарап, семетеп тешләгән ҡырмыҫҡаларҙан ҡасыр инек. Ҡырмыҫҡа тешләһә шул тиклем килешә тип, өләсәйем ике - өс мәртәбә барып, иләү гә аяғын тығып ултырыр ине. Ысынлап та килешкәндер. Ул ваҡытта булмаһа ла, хәҙер бит ҡырмыҫҡанан ниндәй генә маздар эшләмәйҙәр.  Ҡырмыҫҡа майы, йәки ҡырмыҫҡа һуты менән дауаланыу халыҡта айырыуса ныҡ таралған, - тип яҙалар интернет селтәрендә . Ҡырмыҫҡа иләүен файҙаланып, бик файҙалы битмай яһай белгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары. Уны һөрткәндән һуң бит йомшаҡ ҡына булып, төрлө һытҡы-сабыртҡылар бөтә икән . 

Өләсәйем ҡырмыҫҡа майы тураһында ла һөйләй торғайны. Үҙем күргәнем юҡ. Интернет селтәрендә, ҡырмыҫҡа майы тураһында мәғлүмәт таптым. Ҡырмыҫҡа майы иләү өҫтөндә күпереп ята. Йәйгеһен көндәр оҙайлы эҫе торһа, ҡырмыҫҡалар майҙы иләүҙең өҫтөнә сығара икән. Әйткәндәй, кешеләр элек-электән ҡырмыҫҡа майы менән дауаланған. Мәҫәлән, майҙы быуындар һыҙлағанда шул урынға һөрткәндәр, бил ауыртҡанда уның менән ыуған.
Ололар һөйләп, күрһәтеп ҡалдырған дауаланыу ысулдарын беҙҙә балаларыбыҙға һөйләп, күрһәтеп ҡалдырырға тейешбеҙ"
Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: