– Лотерея билеттары һайлағанда берәүһе иғтибарымды йәлеп итте. Унда минең тыуған йылым, ҡатыным һәм улымдың тыуған көндәре лә бар ине, – ти ул.
Тап ошо лотереяны һатып ала һәм 1 миллион һум ота. Руслан отҡан аҡсаһы менән кредиттарын ҡаплап, үҙен финанс яҡтан ирекле итеп тойорға теләй.
– 90-сы йылдарҙа аҡса менән ауыр саҡта мин автоматҡа һуңғы 5 һумды ырғытҡайным. Бер ни ҙә ота алманым, тип уйлап, сығып китә башланым. Бына көтмәгәндә тин аҡсалар ҡойолдо. Дөйөм алғанда, мин 100 һум йыйҙым һәм был ҙур бүләк булғайны, – ти ул, элеккене хәтерләп.
Лотереяның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Руслан мәғлүмәт технологияһы өлкәһендә төп белгес булып эшләй. Буш ваҡытын яҡындары менән тәбиғәт ҡосағында үткәрергә ярата.
Фото: Т. АМАНОВ.