+19 °С
Болотло
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан делегацияһы Ирандың юл һәм ҡала үҫеше министры урынбаҫары Мөхәммәт Мөхәммәди-Бахш менән осрашҡанда ошо турала һөйләшкән. Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, һөйләшеү эшлекле шарттарҙа үткән. Иран вәкилдәре Рәсәй авиакомпаниялары өсөн үҙҙәрендә бер ниндәй сикләү юҡлығын әйткән. Өҫтәүенә, Airbus, Boeing кеүек самолеттарҙы ремонтлауҙа ярҙам итергә теләк белдергәндәр.
Өфөнән Тегеранға самолеттар ҡасан оса башлар, әлегә аныҡ мәғлүмәт бирелмәй.