Бөтә яңылыҡтар

Баланы ҡарап тормаһаң...

Баҡсала эшләү, тәбиғәттә ял итеү миҙгеле башланды. Был ваҡытта балаларға уғата иғтибарлы булыу мөһим. Хәүеф уйламаған ерҙә булыусан.

Баланы ҡарап тормаһаң...
Баланы ҡарап тормаһаң...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте баҡсала, дачала хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында махсус иҫкәртмә әҙерләгән.

Әгәр ҙә дачаға бала менән килһәгеҙ, ошоларға иғтибар итегеҙ:

- баланың яраланыу ихтималы булған баҡса кәрәк-ярағы уның буйы еткән ерҙә тормаһын

- биләмәлә ағыулы үҫемлек булырға тейеш түгел

- һыу мискәһе (һауыты) бала төшөрлөк булмаһын

- баланы, талпан йә бөжәктәр булыуын иҫәпкә алып, кейендерегеҙ

- үҙегеҙ менән мотлаҡ аптечка алығыҙ.

Баланы ҡарап тормаһаң...
Баланы ҡарап тормаһаң...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: