Ҡыҙыҡлы факттар
Рустә бала тыуҙырыуҙа ярҙам итеүсе ҡатындарҙы “повитуха” тигәндәр. Беҙҙә иһә ул элек “кендек инәһе” тип аталған.
Рәсәйҙә тәүге акушер мәктәптәре 1757 йылда Мәскәү һәм Питерҙа барлыҡҡа килгән.
Әйткәндәй, “акушерка” һүҙе французсанан ”accoucher” – ”бала тыуҙырыуҙа ярҙам итеү” тигәнде аңлата.
Статистика буйынса балаларҙың 10 проценты ғына билдәләнгән ваҡытта тыуа, ҡалғандары йә иртәрәк йә һуңыраҡ.