Бөтә яңылыҡтар

Ғаризалар 13 майға тиклем ҡабул ителә.

Башҡортостанда «Рәсәй Федерацияһы граждандарына патриотик тәрбиә биреү» федераль проекты буйынса «Балалыҡ навигаторҙары 2.0» Бөтә Рәсәй конкурсы тормошҡа ашырыла. Ул балалар йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү һәм тәрбиә буйынса мәктәп директорҙары кәңәшселәренең кадрҙар резервын булдырыу өсөн үткәрелә.

Ғаризалар 13 майға тиклем ҡабул ителә.
Ғаризалар 13 майға тиклем ҡабул ителә.

– Балалыҡ навигаторҙары 2.0» – Рәсәйҙең Мәғариф министрлығының һәм Рәсәй уҡыусыларының хәрәкәтенең балалар берләшмәләре менән эшләү һәм тәрбиә биреү буйынса мәктәп директоры советнигы вазифаһына кандидаттар һайлау буйынса асыҡ конкурсы. Республикала тәрбиә биреү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә, күп милләтле республикабыҙҙың этномәҙәни компоненты ла иҫәпкә алына, – ти  республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Был этапта педагогтар конкурсҡа ҡушылған, ике меңдән ашыу уҡытыусыны «Дөйөм белем биреү ойошмаһында тәрбиә биреү» квалификация күтәреү программаһы буйынса уҡытыу планлаштырыла. Советниктар институтының роле тураһында Рәсәйҙең Мәғариф министрлығының Тәрбиә, өҫтәмә белем биреү һәм балалар ялы өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты директоры Наталия Наумова һөйләне.

2021 йылда «Балалыҡ навигаторҙары» конкурсы 10 пилотлы төбәктә үткән. Тәрбиә буйынса беренсе кәңәшселәрҙе Брянск, Вологда, Калининград, Түбәнге Новгород, Омск, Сахалин, Төмән, Силәбе өлкәләре, Ставрополь крайы һәм Севастополь ҡалаһы ҡабул иткән.

Быйыл проект тағы 35 төбәккә киңәйтелә, кәңәшселәр мәктәптәрҙә генә түгел, ә колледждарҙа ла барлыҡҡа киләсәк. Конкурсты тормошҡа ашырыуға Башҡортостан да ҡушыла.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ошо һылтанма буйынса https://rdsh.education/contest/ теркәлергә, анкетаны тултырырға, ҡатнашыусының портфолиоһын сайттың шәхси кабинетына һалырға, тест һәм йомғаҡлау әңгәмәһен үтергә кәрәк. Ғаризалар 13 майға тиклем ҡабул ителә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: