Бөтә яңылыҡтар

ЮХХДИ иҫкәртә: мототранспорт – уйынсыҡ түгел!

Йылы миҙгел башланыуға мотоцикл, мопед йә скутерға үҫмерҙәр ҙә ултыра. Үкенескә күрә, фажиғәләр булып тора...

ЮХХДИ иҫкәртә: мототранспорт – уйынсыҡ түгел!
ЮХХДИ иҫкәртә: мототранспорт – уйынсыҡ түгел!

Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән иҫкәртәләр:

“Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: мототранспортты 16 йәше тулған һәм автомәктәптә уҡығандан һуң идара итеү хоҡуғын алғандар ғына йөрөтөргә мөмкин. Ә беҙҙә юл буйлап мототранспорт рулендә китеп барған 12 – 15 йәшлек үҫмерҙәр һирәк түгел. Улар, бер ниндәй хәүефһеҙлек сараларын иҫәпкә алмайынса, мопед һәм скутерҙарҙы ҙур тиҙлектә йөрөтә. Һөҙөмтәлә фажиғә булыуы ла ихтимал. Улар административ яуаплылыҡҡа тарттырылмай, ләкин бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар уларҙы профилактик иҫәпкә ҡуйырға һәм ата-әсәләрен административ яуаплылыҡҡа тарттырырға хоҡуҡлы. Бынан тыш, транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғы булмаған кешегә 30 мең һум штраф ҡаралған”.

 

ЮХХДИ иҫкәртә: мототранспорт – уйынсыҡ түгел!
ЮХХДИ иҫкәртә: мототранспорт – уйынсыҡ түгел!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: