Бөтә яңылыҡтар

«Йәшлек»тең баш мөхәррире ниңә тауҙы үртәгән?

«Ҡоро ҡылған дары кеүек янды ла китте...»

«Йәшлек»тең баш мөхәррире ниңә тауҙы үртәгән?
«Йәшлек»тең баш мөхәррире ниңә тауҙы үртәгән?

Гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәковтың блогынан:

«Тыуған яҡ тәме. Ошо йыуаны ашайһың да, һаҫыйһың да йөрөйһөң, тиеүселәргә иғтибар итеү юҡ инде ул. Ейәнсура районының Иҙәш ауылында Күксә тауына йыуаға йөрөгәндәр оноторлоҡмо ни? Бер шулай класташым Мотаһар, беҙҙән бәләкәйерәк Ишбулды менән барҙыҡ. Беҙгә 12 йәш ине, Ишбулдыға 10 йәш булғандыр. Йыуа йыйып ҡайтып килгәндә, тауҙағы ҡылғанды яндырып ҡарарға булдыҡ. Бер ергә ут төрттөк. Һүндерҙек. Икенсе ергә. Һүндерҙек. Ҡоро ҡылған дары кеүек яна. Өсөнсө ергә төрткән утты һүндерергә һуңланыҡ. Эй, бер заман янғын көсәйҙе лә китте. Курткаларҙы сисеп, туҡмайбыҙ утты, тапайбыҙ. Илашып та бөттөк, тик барыбер утты һүндерҙек. Был хаҡта берәүгә лә һөйләмәнек. Ул ваҡытта ни, атай-әсәй белеп ҡалһа, нисек эләгәсәген күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Хәҙер, 40 йылдан һуң, һөйләргә лә булалыр. Моғайын, Мотаһар менән Ишбулды дуҫтар үпкәләмәҫ.

Әле хеҙмәттәшебеҙ Гөлнур Ҡыуатова ауылдан йыуа алып килгән. Ҡасан эштән ҡайтып, рәхәтләнеп тыуған яҡ күстәнәсен ауыҙ итермен, тип, ауыҙ һыуы ҡороп ултырыуым».

 

 

«Йәшлек»тең баш мөхәррире ниңә тауҙы үртәгән?
«Йәшлек»тең баш мөхәррире ниңә тауҙы үртәгән?
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: