Бөтә яңылыҡтар

Муттарҙы байыталар...

Бөрө районында йәшәгән 57 йәшлек ҡатынға "муттарға ҡаршы көрәшер өсөн ойошторолған департамент хеҙмәткәре" шылтыратҡан (ысынлап та, шундай учреждение бар икән, тип уйлап ҡуймағыҙ - муттарҙың яңы алдағы ул). Шылтыратыусы бәндә ҡатынға, банк иҫәбегеҙҙә шикле әүҙемлек күреп ҡалдыҡ, тип хәбәр итә, имеш тә, муттар бөтә аҡсаны урларға маташа. Уйлап сығарылған "департамент" хеҙмәткәре" кредит алып, аҡсаны "ышаныслы һәм хәүефһеҙ" иҫәптәргә күсерергә ҡуша. Ҡатын уның өгөтөнә бирелеп, өс миллион һумдан ашыуыраҡ кредит ала ла, төрлө 10 иҫәпкә ебәрә. Шунан һуң ғына ҡыҙына шылтыратып, ошо турала һөйләй. Ҡыҙы иһә шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Хәҙер ғүмер буйы түләнерҙәр инде, ауыл кешеһе өсөн ҙур сумма аҡса бит...

Муттарҙы байыталар...
Муттарҙы байыталар...

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында йәшәгән 35 йәшлек иргә йәнәһе лә, "Үҙәк (!) банк хеҙмәткәре" шылтыратып, шулай уҡ, аҡсағыҙҙы урларға маташалар, быға юл ҡуймаҫ өсөн кредит алырға, "хәүефһеҙ иҫәптәргә күсерергә кәрәк", тип алдай. Ир 900 мең һумдан ашыуыраҡ кредит алып, мут бәндә әйткән дүрт иҫәпкә күсерә. Өс көн үткәс кенә алданғанын аңлап, полицияға ғариза яҙған ул.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: