Бөтә яңылыҡтар

"Ковид-госпиталдә эшләү сыныҡтырҙы һәм берләштерҙе"

 Баймаҡ районынан тәжрибәле шәфҡәт туташы Фирүзә Азамат ҡыҙы  Юнысбаева пандемияның тәүге көндәренән "ҡыҙыл зона"ла эшләй.

"Ковид-госпиталдә эшләү сыныҡтырҙы һәм берләштерҙе"
"Ковид-госпиталдә эшләү сыныҡтырҙы һәм берләштерҙе"

   Шәфҡәт туташының эше бик яуаплы  һәм тынғыһыҙ.  Ауырыуҙарҙың әле береһенең температураһын үлсәргә, икенсеһенә укол һалырға, өсөнсөһөнә система ҡуйырға кәрәк. Уларҙы еренә еткереп башҡарырға, пациенттың хәлен аңлап, дарыуҙарҙың йоғонтоһон күҙәтеп барырға, бер үк ваҡытта  ауырыуҙарға яҡшы мөғәмәлә лә булырға тейеш. Быларҙың барыһы ла етеҙлек, теүәллек, таһыллыҡ  талап итә.  30 йылдан ашыу  шәфҡәт туташы булып эшләүсе Фирүзә Азамат ҡыҙы Юнысбаева өсөн ул күптән ғәҙәти эшкә әүерелгән,  ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Пациенттары ла үҙен бик ихтирам итә,  ҡулдарының йомшаҡ булыуын,  уколдарҙы ауырттырмайынса ғына һалыуын, тамырҙарҙы ла тиҙ генә табыуын  билдәләй.

Фирүзә  Азамат ҡыҙы   1988 йылда Сибай медицина училищеһын тамамлай. Ике йыл Аҡъярҙа  эшләп ала ла, тыуған яғына ҡайтып,  Баймаҡ үҙәк район дауаханаһына эшкә урынлаша. Шул көндән алып тәжрибәле, белемле, талапсан Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы Латипова етәкселегендә инфекция бүлегендә үҙенең яратҡан һөнәренә тоғро хеҙмәт итә.  Хәҙер инде ул – районда иң тәжрибәле шәфҡәт туташтарының береһе. Эшен дә, пациенттарын да, коллективын да бик ярата. “Беҙ, ысынлап та, гел йүгереп йөрөп эшләргә күнеккәнбеҙ, тик кенә ултырып эшләүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым”, – ти ул.

 Коронавирус инфекцияһы тарала башлау менән инфекция бүлегендә ковид-госпиталь асыла.  Фирүзә Азамат ҡыҙы  тәүге көндәрҙән алып бында  “ҡыҙыл зона”ла эшләй.  “Тәүҙә ҡурҡыта ине, өҫтәүенә таныш булмаған  сир тураһында төрлө имеш-мимеш тә күп булды. Әммә бер инеп киткәс өйрәнәһең,  ҡурҡыу ҙа юғала. Әлбиттә башта ауыр булды. Ике аҙна дауахананан сыҡмайынса вахта ысулы менән эшләнек. Ул ваҡытта  махсус костюмдар тын алмай торған материалдан тегелгәйне. Ә беҙ 6-шар сәғәт сисмәй, шуны кейеп йөрөнөк. Эштән тирләп, һыуһап, арып килеп сыға инек. Һуңынан уңайлыраҡ костюмдар килә башланы.

Иң тәүге пациентыбыҙ сит илдә эшләп ҡайтҡан ҡыҙ булды.  Әкренләп ковид менән ауырыусыларҙы дауаларға өйрәндек.  Ауырыу   көслө булды. Госпиталдә буш урындар  ҡалманы,  сыҡҡан кеше урынына яңылары килә  торҙо. Һәр кем ауырыуҙы төрлөсә кисерҙе. Хроник сирлеләр ныҡ ауыр үткәрҙе. “Иҫән ҡаламмы-юҡмы?” – күптәрҙең  тәүге һорауы шул  ине.  Үлем менән дә күҙмә-күҙ осрашырға ла тура килде.   Һәр пациенттың хәлен яҡшыртырға, кәйефен күтәрергә, һүҙ менән дә дәртләндерергә  тырыштыҡ. Ковид-госпиталдә эшләү   беҙҙе сыныҡтырҙы, берләштерҙе һәм бер-беребеҙгә ярҙам итергә    өйрәтте”, – тип һөйләй, ул ваҡыттағы  еңел булмаған эш мәлен иҫкә алып.

Фирүзә Азамат ҡыҙы ниндәй генә ауыр шарттарҙа эшләргә тура килһә лә,   медицина юлын һайлауына  һис кенә лә  үкенмәй.  “Беҙ –  совет осоро балалары, ҡайҙа ебәрһәләр, шунда эшләп өйрәнгәнбеҙ. Беҙҙең быуында еңел эш эҙләү, эш алмаштырыу тигән нәмә   юҡ бит инде ул.   Эшем оҡшай, кешеләргә ярҙам итә алыуыма бик шатмын”, – ти ул. 

Уңған кеше һәр ерҙә лә өлгөрә. Күркәм ғаиләһендә ире Айтуған менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.    Әлбиттә, әсәй кеше улдарының да медицина өлкәһендә эшләүен теләй, әммә улар үҙ юлын һайлай. Өлкән улдары Айгиз юғары белем алып, яратҡан һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Динис улдары ситтән тороп юридик факультетта белем ала. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: