Бөтә яңылыҡтар

Китапхана китап ҡына түгел...

Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында яңы быуын китапханаһы эшләй. Уны "Мәҙәниәт" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы булдырғандар.

Китапхана китап ҡына түгел...
Китапхана китап ҡына түгел...

Бында барыһы ла бик заманса. Хатта релакс залы бар. Ял итәһең, уҡыйһың, тынысланаһың, музыка тыңлайһың... Тағы ла библиотерапия, светотерапия, музыкотерапия дәрестәрендә ҡатнашаһың. Китапхананың социаль партнерҙары - мәҙәниәт идаралығы, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге психологтары, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы белгестәре төрлө осрашыу уҙғара.

Был залда уңайлы йыһаз ҡуйылған, телевизор ҙа бар. Балалар бында булырға бик ярата. Китапханалар замандан артта ҡалмай.

Фото: Стәрлетамаҡ районының үҙәкләштерелгән китапхана селтәре.

 

Китапхана китап ҡына түгел...
Китапхана китап ҡына түгел...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: