Бөтә яңылыҡтар

Көйөргәҙе - Мәләүез: Еңеү көнөндә ҡайһы район еңер икән?

Баймаҡ-Әбйәлил, Белорет-Учалы, Ейәнсура-Күгәрсен... Сират Көйөргәҙе-Мәләүез райондарына килеп етте.

Көйөргәҙе - Мәләүез: Еңеү көнөндә ҡайһы район еңер икән?
Көйөргәҙе - Мәләүез: Еңеү көнөндә ҡайһы район еңер икән?

Был ике район бер-береһенә күрше урынлашҡан, икеһендә лә ҡалалар бар. Ошоно күҙ уңында тотоп, Мәләүез һәм Күмертау халҡы ла ярышта әүҙем ҡатнашыр тип өмөтләнәбеҙ. 

Көйөргәҙе һәм Мәләүез райондарында йәшәүселәр, тыуып үҫкәндәр, был ике төбәккә йылы хистәре булғандар иғтибарына! Һеҙгә берләшергә, бер-берегеҙҙе уҙҙырмаҫҡа уңайлы мәл килеп етте. Алға, иптәштәр!

Шулай итеп - "Йәшлек" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә Көйөргәҙе-Мәләүез райондары араһында үҙенсәлекле ярыш ойошторабыҙ!

Бының өсөн:
- төркөмдә үрҙә нығытылған һылтанма буйынса үтегеҙ,
- үҙегеҙҙең яратҡан районға тауыш бирегеҙ.

Киләһе аҙнаның дүшәмбеһендә, йәғни 9 майҙа иртәнге сәғәт 9-ҙа ҡушымта ябыласаҡ. Еңеү көнөндә ҡайһы район еңер икән?

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: