Бөтә яңылыҡтар

Күңелһеҙ статистика...

2022 йылдың 4 майына ҡарата республикала 3029 янғын теркәлгән, уларҙа 78 кеше һәләк булған, шул иҫәптән 2 бала, 93 кеше йәрәхәтләнгән. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы өйҙә һәм ял иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәклеген иҫкә төшөрә!

Күңелһеҙ статистика...
Күңелһеҙ статистика...

Статистика буйынса, торлаҡтағы янғында ут ҡорбандарының 90 проценттан ашыуы һәләк була.

Өйҙә электр сымы, электр һәм газ приборҙары, мейесегеҙ төҙөк булһын. Бәләкәй балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.

Үләнгә ут төртмәгеҙ.

Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлай!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: