Улар оҫтаға массаж яһатыр өсөн яҙылмаған, баштан уҡ аҡсаһын алып сығыу ниәте менән килгән. Сеанс ваҡытында ҡатынды туҡмағандар, тик фатирында аҡса һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәр тапмағандар. Шунда уларҙың башына икенсе бер мәкерле уй килгән. Иҫеректәр ҡыҙҙың үҙен урларға булған.
Юлда енәйәтселәрҙең береһе һыра эскеһе килеп, Цюрупалағы киоск янында туҡтайҙар. Шул ваҡытта массаж яһаусы ҡыҙ ишекте аса ла сығып ҡаса. Ярай әле был ваҡытта элек полицейский булған осраҡлы ғына уҙып барыусы үтеп барған. Ул наряд саҡырта. Әлеге ике ирҙе - 19 йәшлек студентты һәм уның 34 йәшлек дуҫын тотоп, тәфтиш изоляторына ебәргәндәр.
Фото: Т. АМАНОВ.