SuperJob сервисы Рәсәй халҡынан һорашыуҙар ойошторған. Йәнәһе, бәхетле булыу өсөн күпме аҡса кәрәклеген белергә теләгәндәр. Баҡһаң, ватандаштарыбыҙҙың “аппетиты” 2021 йылдың ноябренән биш процентҡа үҫкән икән. Хәҙер беҙгә бәхет өсөн айына 190 мең һум аҡса талап ителә. Был – уртаса күрһәткес. Мәҫәлән, Мәскәү халҡына бәхет өсөн 230 мең һум етә. Владивостокта – 205, ә Дондағы Ростовта 200 мең һум.
Кем әйтмешләй, иң “скромныйҙары” Ярославлдә, Кировта, Әстерханда йәшәй: был ҡалалар халҡына айына 158 мең, 155 мең, 150 мең һум да етә. Өфө халҡын иһә 177 мең һум бәхетле итер ине. Күршебеҙ Ҡазан кешеләренә әҙерәк кәрәк: 175 мең һум.
Нимәһе ҡыҙыҡ: аҡса, һәр ваҡыттағыса, ҡатын-ҡыҙға күберәк кәрәк. Баҡһаң, гүзәл затҡа бәхет өсөн уртаса 216 мең һум да етә лә ҡуя, имеш. Ирҙәргә 166 мең һум кәрәк.
Йәш төркөмө буйынса шулай: 35 – 44 йәшлектәрҙе айына 214 мең һум (уртаса) аҡса бәхетле итәсәк. 24 йәшкә тиклемгеләргә 146 мең һум да етә (бәлки, ата-әсәләре бирер әле етмәгәнен).
Ә һеҙгә, йәмәғәт, күпме һум кәрәк? Хыялланып алығыҙ)))
Фекер белешеү апрелдең 1-нән 29-ына тиклем үткәрелгән. Унда 20,5 м кеше ҡатнашҡан.
Фото: Юлай Кәримов.