Ғөмүмән, йыйылмай торған ҡулсатырҙар Ҡытайҙа беҙҙең эраға тиклем XI быуат тирәһендә үк ҡулланылған. Уларҙың ауырлығы 2 кг, бейеклеге 1,5 метр булған. Уларҙы тик бик байҙар ғына йөрөткән.
1715 йылдың 4 майында Парижда асылып-ябылмалыһын уйлап тапҡандар. Мариус атлы бер фабрикант ебәк япманы бер аҙ тығыҙыраҡ материалға алмаштырған. Халыҡ оҡшатҡан инде. Тәүҙә ҡояштан йөҙҙө йәшереү өсөн ҡулланылһа, 1750 йылдарҙа зонтикты ямғырҙан һаҡланыу өсөн дә ҡулланырға була икәнен белеп ҡалғандар. Ә йыйыла торған ҡулсатырға патент 1969 йылда ғына алынған.
Рустарға “зонтик” һүҙе ҡайҙан килгән, беләһегеҙме? Баҡһаң, Голландияла ”zonnedek” – “(карапта) ҡояштан һаҡланыу өсөн япма” тигәнде аңлата икән.
Ҡыҙыҡлы факттар
1763 йылда Францияла король һарайында үткән мөлкәт иҫәбе алыуҙа исемлектә 11 төҫлө тафта материалдан эшләнгән һәм 3 алтын-көмөшлө селтәрле вуаль зонтик булған.
1769 йылда ошо уҡ ҡалала ямғырҙан һаҡланыу өсөн ҡулсатыр прокаты магазины асылған.
Зонттарҙа төрлө кеҫә лә яһалған. Унда тәмәке төрөпкәһен, аҡса янсығын, ҡәләмдәрҙе һалғандар.