+1 °С
Ясна
2022 йылда ВИЧ-инфекциялы әсәлә 64 бала донъяға килгән. Шуларҙың 31-е малай, 33-ө ҡыҙ бала.
2021 йылдың 8 айында ВИЧ-инфекцияға тикшереү үткән 60022 ҡатындың 61-ендә тәүге тапҡыр ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Бөтәһе уҙған йылда 250 ауырлы ҡатындың яман сир менән ауырыуы асыҡланған. 2020 йыл менән сағыштырғанда, был 7,3 процентҡа күберәк.
Билдәле булыуынса, иммунодефицит вирусы ауырлы ваҡытта яралғыға йоғоуы ихтимал. Айырыуса йөклөлөктөң һуңғы айҙарында. Шулай уҡ бала тапҡан ваҡытта һәм күкрәк һөтө менән имеҙгән ваҡытта зарарланыу хәүефе көслө.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.