Бөтә яңылыҡтар

Ауыҙыңды самалап ас

Башҡортостанда 18 кеше ярамаған эш менән булған. Ә бит иҫкәрттеләр...

Ауыҙыңды самалап ас
Ауыҙыңды самалап ас

Рәсәй армияһы тураһында насар һүҙҙәр һөйләгән кешеләрҙе яуапҡа тарттырыу тураһында КоАП буйынса яңы статья булдырҙылар. Беләһегеҙ, әле махсус операция дауам итә, шул уҡ ваҡытта унда ҡатнашыусыларға ҡарата төрлө мөнәсәбәт күҙәтелә. Рәсәй армияһын дискредитациялау хәҙер закон тарафынан тыйыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙә ауыҙын үлсәмәй асҡан йә аңын-тоңон белмәйенсә яҙған кешеләр бар. Ике айҙа судтарға шундай 20 эш килгән. 19-ы ҡаралған, 18 кешегә штраф сәпәлгән. Сумма ярайһы ғына - 15 мең һумдан 45 мең һумғаса. Кемдең артыҡ аҡсаһы бар, холоҡһоҙланып һөйләнә инде.

 

 

 

Ауыҙыңды самалап ас
Ауыҙыңды самалап ас
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: