+1 °С
Болотло
Асыҡланыуынса, ҡатын телефон шылтыратыуына яуап биргән. Билдәһеҙ әңгәмәсе үҙен банк хеҙмәткәре тип танытҡан һәм аҡсаны юғалтыу хәүефе барлығын әйткән: йәнәһе лә был ваҡытта билдәһеҙҙәр уның иҫәбенән бөтә йыйылған аҡсаны күсерергә маташа.
Ҡатын ҡурҡҡан һәм барыһын да инструкция буйынса эшләргә ризалашҡан. Һөҙөмтәлә ул әңгәмәсе күрһәткән «хәүефһеҙ» иҫәпкә 900 мең һумға яҡын аҡса күсергән. Уларҙың ҡайҙа китеүҙәрен хәҙер полиция һәм банктың ысын хеҙмәткәрҙәре асыҡлай.
Фото: Т. Аманов