Көн торошо

3-5 майҙа Башҡортостанда төндә минус биш градусҡа тиклем ҡырау төшөүе көтөлә. Был хаҡта республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Бөгөн, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә - 1-4 градус йылы, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөнә ҡырау төшә - 0-5 градус һалҡын, көндөҙ - 11-16 градус йылы.

Шаршамбы, 4 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә - 1-6 градус йылы, төньяҡта ҡырау төшә, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә - 0-3 градус һалҡын, көндөҙ - 13-18 градус йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас