Бөтә яңылыҡтар

Геройҙар еренән бер ус тупраҡ

Баймаҡ районы «Ер хәтере» марафонына ҡушылды.

Геройҙар еренән бер ус тупраҡ
Геройҙар еренән бер ус тупраҡ

Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға тупраҡ тултырыу буйынса "Ер хәтере" республика акцияһы башланғайны. Бөгөн марафонды Баймаҡ ере ҡабул итте. 

- Баймаҡ районы фронтты ауыл хужалығы продукцияһы, алтын һәм көмөш менән тәьмин иткән. Район халҡы бейәләй-ойоҡбаштар бәйләп, аҡса йыйнап, һуғышҡа оҙатҡан. Украина, Ленинград, Мәскәүҙән күсеп килеүселәрҙе үҙенә ҡабул иткән. Халҡыбыҙ батыры Миңлеғәле Шайморатов етәкләгән дивизияла 500-ҙән ашыу Баймаҡ егете көрәшкән. Ошондай сарала ҡатнашыуыбыҙ беҙҙең барыбыҙ өсөн дә оло мәртәбә. Геройҙар ере - Баймаҡ районынан бер ус тупраҡ генерал Шайморатов һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ, - тип сәләмләне сарала ҡатнашыусыларҙы Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев.

Шулай уҡ ҡатнашыусылар алдында Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков сығыш яһаны.

Гильзаға тупраҡты Баймаҡтан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Жуков миҙалы кавалеры Ғәйзулла Әблүзин, Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан ефрейтор Руслан Абдуллин (Күгәрсен районы), "Хәрби туғанлыҡ" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Сибай ҡалаһы ветерандар ойошмаһы етәксеһе, Төньяҡ Кавказ хәрби хәрәкәтендә ҡатнашҡан Руслан Сафиуллин, Хәйбулла районынан беренсе Чечен хәрәкәте ветераны, старшина, БМД-2 механик-водителе Илнар Таһиров, запастағы майор, Афған һуғышы ветераны Ғәлим Әбүбәкеров (Йылайыр районы) һәм Ейәнсуранан террорлыҡҡа ҡаршы операцияларҙа ҡатнашҡан Алмас Ейәнбирҙин һалды.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: