Бөтә яңылыҡтар

Бер ҡатын ике башлы, өс ҡуллы бала тапҡан

Бынан алда ультратауыш тикшереүе ҡатындың  игеҙәк бала көтәсәген күрһәткән. Был бик һирәк осраҡ, тип билдәләй табип та.  

Бер ҡатын ике башлы, өс ҡуллы бала тапҡан
Бер ҡатын ике башлы, өс ҡуллы бала тапҡан

Был хәл Һиндостандың Яора ҡалаһында (Мадхья-Прадеш штаты) булған. Бында йәшәгән ҡатындың ике башлы, өс ҡуллы һәм ике умыртҡа һөйәкле балаһы тыуған, тип хәбәр итә Times Now News.

Яңы тыуған сабый 3 килограмға яҡын ауырлыҡта. Баланы дауалау менән шөғөлләнгән табип Браджеш Лахоти был осраҡтың медицина йәһәтенән бик ҡатмарлы булыуын билдәләгән.

Баланың хәле «дицефальный парапаг» тип атала. Өҫтәүенә дөрөҫ үҫешмәгән игеҙәктәрҙең бер кәүҙәһендә ике башы бар, ти табип.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: