Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡта ҡойоға батҡан ҡолондо ҡотҡарғандар

Мал йәнле егеттәрҙең изгелеге тураһында Сибайҙан Алһыу Фәтхетдинова яҙып ебәргән.

Баймаҡта ҡойоға батҡан ҡолондо ҡотҡарғандар
Баймаҡта ҡойоға батҡан ҡолондо ҡотҡарғандар

Был хәл Ураҙа байрамы көнөндә Баймаҡ районында булған. Ҡолонсаҡ ҡойоға батҡас, уны әсәһе ҡалдырып киткән. Ярай әле меҫкен малҡайҙы юлдан үтеп барыусылар күреп ҡала һәм ярҙамға ашыға.

«Беҙ Сибайға ҡайтып килә инек. Юл ситендә ике егеттең ҡойонан нимәнелер сығарырға маташҡанын күреп ҡалдыҡ. Машинаны туҡтаттыҡ, беҙҙән һуң тағы ике авто туҡтаны. Баҡһаң, ҡолон ҡойоға батҡан булған. Күмәкләп малҡайҙы ҡотҡарғас, яҡындағы ауылға илтеп ҡуйырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Егеттәрҙең береһе яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, юл ыңғайы ҡолондо ҡалдырып китергә булды. Сөнки беҙгә икенсе яҡҡа ине. Битараф булмаған кешеләрҙең күп булыуы һоҡландырҙы.

Күрәһең, йәш бейә тәүгә ҡолонлаған, шуғалыр ҡолонсаҡ хәле булмай, ҡойоға батҡас, уны ҡалдырып киткән», — тип яҙған Алһыу Фәтхетдинова.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: