Бәпембәнән бал – организм өсөн витаминдар һәм мөһим микроэлементтар сығанағы ла. Әйҙәгеҙ, уның составын ҡарап үтәйек.
- Фосфор уҡырға һәм эшләргә ярҙам итә, тештәрҙең торошона ыңғай йоғонто яһай.
- Кальций организмда һөйәк һәм мускул туҡымаларын нығыта.
- Магний туҡымаларҙа һәм ағзаларҙа йәшәү өсөн мөһим процестарҙа ҡатнаша.
- Калий – йөрәк һәм мейе өсөн «төп» витамин.
- Натрий йәш организмдың нормаль үҫешенә булышлыҡ итә һәм ҡан тамырҙарының һығылмалылығын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
- Тимер ҡандағы гемоглобин кимәлен көйләй.
- Марганец арыу һәм йоҡо баҫыуҙан арынырға ярҙам итә, хатта депрессияны ҡыуып ебәрә.
- Цинк тире торошон яҡшырта һәм бөтә организмдың күҙәнәктәренә яҡшы йоғонто яһай.
- Селен – онкологияның төп дошмандарының береһе.
- Баҡыр организм күҙәнәктәренең дөрөҫ үҫеүенә һәм үҫешенә булышлыҡ итә.
Көнөнә бер нисә ҡалаҡ тәмле бәпембә балы менән һыйланыу ҙа стресҡа һәм вирустарға ҡаршы көрәшергә ярҙам итәсәк.
Фото: Т. АМАНОВ.