Бөтә яңылыҡтар

Ашыҡһаң, белеп ашыҡ

«Ашыҡҡан – ашҡа бешкән», – ти халыҡ. Был мәҡәл ашығыуҙың заралы икәнен белдерә. Динебеҙ ҙә ашығыуҙы күп күрмәй. Сөнки ашығыу эшкә зарар килтерә, мәсьәләләрҙе дөрөҫ хәл итергә ҡамасаулай. Әммә динебеҙ ашыға торған биш осраҡты айырып күрһәтә:

Ашыҡһаң, белеп ашыҡ
Ашыҡһаң, белеп ашыҡ
  1. Мәйетте ерләргә ашығырға кәрәк; мәрхүмдәрҙе үлгән көнөндә үк ерләү хәйерле.
  2. Йәше еткән улды – өйләндерергә, ҡыҙҙы кейәүгә бирергә ашығыу кәрәк. Йәше еткән йәш кешеләр ғаилә ҡормаһа, аҙып-туҙып, холҡо боҙолоп китеүе ихтимал.
  3. Бурысыңды түләргә ашығыу хәйерле.
  4. Ғәйебеңде таныу һәм ғәфү үтенергә ашығырға кәрәк.
  5. Гонаһ ҡылғаныңды белеп ҡалһаң, тәүбәгә килергә ашығырға кәрәк.

Әлеге әйткәндәрҙән сығып, ашығыуҙы уйламай эш итеү менән бер тип ҡарарға ярамай. Ашыҡҡанда ла ныҡлы уйлап, уңды, һулды ҡарап, аҙағы хәйерле һөҙөмтәләр килтерерҙәй ҡарарҙар ҡабул итергә тейешлебеҙ.

Динебеҙ уртаҡлыҡты хуп күрә. Үтә ашығыу ҙа зарарлы, үтә яй ҡыбырлау ҙа эшкә ярҙам итмәй. Ашыҡмауҙы хуплаған ғәмәлдәрҙә лә бына шуларҙы иҫтә тоторға бурыслыбыҙ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: