Иң элек ҡарабойҙай ярмаһын ҡулланыу организмда ҡайһы бер микроэлементтарҙың етешмәүенә килтереүе мөмкин. Ә был иһә остеопороз кеүек етди ауырыуға килтерәсәк. Кальцийҙы насар үҙләштереү һөҙөмтәһендә 40 – 45 йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙа был сирҙең барлыҡҡа килеү хәүефе арта.
Бигерәк тә аш-һеңдереүҙә проблемаһы булғандарға һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәңәш ителә. Ә бына аллергия менән интегеүселәргә ашамау хәйерлерәк.
Диетологтар ашҡаҙан сей яраһы, ҡан баҫымы юғары булғандарға, шулай уҡ ауырлы ҡатындарға ҡарабойҙай менән мауыҡмаҫҡа ҡуша. Һаулыҡ торошо насараймаһын өсөн күрһәтелгән төркөмдәргә айына бер-ике тапҡыр ҡарабойҙай бутҡаһы ашарға тәҡдим ителә.
Кемдер ҡарабойҙай диетаһы менән ауырлығын тиҙ генә ташларға теләй. Белгестәр әйтеүенсә, бындай ябығыу хәлдең көсһөҙләнеүенә, реакцияларҙың тотҡарланыуына килтерә.
Шулай ҙа ҡарабойҙайҙан бөтөнләй баш тартырға ла ярамай. Белгестәр, уны аҙнаһына 3 тапҡыр ғына ҡулланыу иң ҡулай вариант буласаҡ, ти.
Фото: Т. АМАНОВ.