Бөтә яңылыҡтар

«Әсәлек капиталы» атайҙарға ла бирелә башлаясаҡ

1 майҙан тейешле закон үҙ көсөнә инде. 

«Әсәлек капиталы» атайҙарға ла бирелә башлаясаҡ
«Әсәлек капиталы» атайҙарға ла бирелә башлаясаҡ

«Әсәлек капиталы»ның мөмкинлектәре киңәйтелде. Яңы законға ярашлы, хәҙер атай кеше капиталды әсә вафат булған йә балаһынан баш тартҡан осраҡта алырға мөмкин. Шулай уҡ тәрбиәгә бала алған ирҙәр, суррогат әсәнән сабый таптырғандар сертификатҡа дәғүә итә.

Ошо маҡсатта федераль ҡаҙнанан 10 миллиард һум аҡса бүленгән. Быйыл 1 февралдән "Әсәлек капиталы"ның күләме тәүге бала өсөн 525 мең 500 һумға, икенсе сабый тыуғанда 693 һум 100 һумға тиклем арттырылды.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: