Бөтә яңылыҡтар

«Әр-рәхим» мәсете ҡасан төҙөлөп бөтөр?

Бөгөн байрам көнөндә йәнә ошо һорау ҡалҡып сыҡты. #ЦУРРеспубликаБашкортостан

«Әр-рәхим» мәсетенең ҡасан төҙөлөп бөтөр?
«Әр-рәхим» мәсетенең ҡасан төҙөлөп бөтөр?

Өфөгә ингән ерҙе йәмләп торған күркәм «Әр-рәхим»мәсетен 2007 йылда төҙөй башлағайнылар. Һуңыраҡ төҙөлөш оҙаҡ ваҡыт туҡталып торҙо. 2017 йылда эшҡыуар Сергей Веремеенко мәсеттәге эштәрҙе тергеҙеү мәсьәләһен күтәрә. Оҙаҡламай хәйриә фонды булдырыла.

Бөгөн Ураҙа ғәйете көнөндә социаль селтәрҙәрҙә мәсеткә ҡағылышлы һорауҙар яуҙырҙылар. Быға Республикаға идара итеү үҙәгендә яуап бирҙеләр:

— «Әр-рәхим» мәсетен БР Мосолмандарының Диниә назараты хәйриә фондтары ярҙамында төҙөй. Әгәр мәсетте төҙөп бөтөүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индерергә теләһәгеҙ, Диниә назаратына мөрәжәғәт итегеҙ. Уртаҡ көс менән яҡын киләсәктә төҙөп бөтөрбөҙ тип ышанабыҙ.

 

#ЦУРРеспубликаБашкортостан

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: