1 майҙа Өфөлә фонтандар асылғайны. Бер көн үтеп өлгөрмәне, бөгөн аяныслы хәл булған.
Биш тирәһендә Октябрь проспектындағы Торналар фонтанында 4 йәшлек сабый самокатта йөрөп, фонтандың асыҡ торған ҡоҙоғона төшөп китә. Был ваҡытта уны эшселәр ремонтлап йөрөгән була. Уларҙың береһе лә зыян күрмәй. Баланы тиҙ арала дауаханаға оҙаталар.
Фонтандың хәүефле урынын кәртәләп алғандар. Ваҡиға буйынса тикшереү үткәрелә.