Бөтә яңылыҡтар

Дәүләт телдәрен һаҡларға һәм үҫтерергә грант аҡсаһы бүленә

Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 3 миллион һумға тиклемге күләмдә дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала.  

Дәүләт телдәрен һаҡларға һәм үҫтерергә грант аҡсаһы бүленә
Дәүләт телдәрен һаҡларға һәм үҫтерергә грант аҡсаһы бүленә

Аңлатабыҙ. Башҡортостан

Республиканың дәүләт телдәрен һаҡларға һәм үҫтерергә Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙам итәсәк. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 3 миллион һумға тиклемге күләмдә дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала.

Конкурсты Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды быйыл 28 апрелдән 30 майға тиклем үткәрә. Ғаризаны грантыглавы102.рф. адресф буйынса бирергә мөмкин.

Ғаризалар мәҙәниәт, белем биреү, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәләре буйынса ҡабул ителә. Шулай уҡ республиканан ситтә башҡорт телен үҫтереү проекттарын тәҡдим итергә мөмкин.

Тематикалар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - конкурс тураһындағы положениела. Уның менән түбәндәге сайтта танышырға мөмкин: https://vk.cc/cd8cqr.

Белешмә өсөн телефондар: 8(903) 311 69 37, 8(967) 453 92 72.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: