Бөтә яңылыҡтар

Махсус режим үҙ көсөнә инде

Бөгөндән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим эшләй. 29 апрелдә республика башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Махсус режим үҙ көсөнә инде
Махсус режим үҙ көсөнә инде

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында аңлатыуҙарынса, янғынға ҡаршы режим граждандарҙың урманға барыуын сикләй һәм урманда, ауыл хужалығы ерендә, айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияһында, юл, йылға-күл буйҙарында, ҡалала, ауылда һәм баҡсала, шулай уҡ предприятиеларҙа сүп-сар яндырыуҙы тыя. Янғын хәүефһеҙлеген боҙоусыларға 500 һумдан алып 4000 һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан Башҡортостанда 18 урман янғыны теркәлгән. Улар бөтәһе лә һүндерелгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: