Бөгөн төндә һауа температураһы - 0-2 градус һалҡын булды. Көндөҙ - 11-13 градус йылы. Көн ҡояшлы һәм ҡоро.
Майҙың беренсе аҙнаһы көҙ көндәрен хәтерләтәсәк: болотло, ямғырлы һәм көндөҙ һауа температураһы - 10-12 градустан юғары булмаясаҡ. Дөйөм алғанда, был климат нормаһынан 3 - 4 градусҡа һалҡыныраҡ. Майҙың өсөнсө декадаһында ғына яҙ ныҡлап үҙ көсөнә инә һәм 20-градусҡаса йылы менән ҡыуандырасаҡ.
Фото: Т. Аманов