Бөтә яңылыҡтар

Гемоглобинды күтәреү өсөн нимә эшләргә?

Гемоглобиндың түбән булыуы сәләмтлек өсөн насар. Уны нисек күтәрергә һуң?

Гемоглобинды күтәреү өсөн нимә эшләргә?
Гемоглобинды күтәреү өсөн нимә эшләргә?

   

  1. Кишер һуты. Бер стакан һутҡа 500 г тирәһе кишер тура килә. Аҙнаһына 3 – 4 стакан эсергә кәңәш ителә.
  2. Ер еләге һәм ҡайын еләге. Әлбиттә, ҡайнатылмаған еләктәрҙең файҙаһы күберәк.
  3. Сөгөлдөр. Уны ҡырғыс аша үткәреп ашарға мөмкин, шулай уҡ һуты ла файҙалы.
  4. Бал, әстерхан сәтләүге, мүк еләгенән әҙерләнгән тәмлекәс – гемоглобинды күтәреүҙең бик яҡшы сараһы. Уларҙы бергә бутап, әҙ-әҙләп ашарға мөмкин.
  5. Үләндәр төнәтмәһенең дә файҙаһы ҙур.  Икешәр ҡалаҡ кесерткән һәм ҡара бөрлөгән  япрағы, өсәр ҡалаҡ  һары мәтрүшкә менән  ромашка сәскәһе  онтағына 700 г ҡайнар һыу ҡойоп,  термоста төнәтергә.   Көнөнә өс тапҡыр берәр стакан эсергә.
  6. Бал менән гөлйемеш төнәтмәһе, гемоглобинды күтәреү өсөн генә түгел , дөйөм хәлде яҡшыртыу, иммунитетты нығтыу өсөн дә яҡшы.
  7. Туҡланыу рационында ҡарабойҙай, алма, ҡурай еләге, гранат булырға тейеш.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: