Ангина йонсотҡанда һуған ҡабығына ҡайнар һыу ҡойоп төнәтегеҙ һәм һөҙөп алып, тамаҡты сайҡатығыҙ.
Тымауҙан. Ҡайнар һыуға 4 ҡалаҡ һуған ҡабығын һалып, 3 – 5 минут дауамында пары менән тын алығыҙ.
Йүтәлдән. 2 ҡалаҡ һуған ҡабығына 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут ҡайнатырға һәм һөҙөп алырға. Йылы килеш көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда ¼ стакан эсергә.
Бөйөрҙәр һәм бәүел ҡыуығы ауыртҡанда. 3 ҡалаҡ һуған ҡабығына 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут төнәтегеҙ. Киҫкен цистит булғанда 3 –5 көн буйы көнөнә ике тапҡыр – 50-шәр грамм, хроник циститтан 10 көн буйы көнөнә 3 – 4 тапҡыр икешәр ҡалаҡ эсергә.
Аяҡ тамырҙары борсоғанда. 100 мл араҡыға ике ҡалаҡ һуған ҡабығы онтағы һалып ете көн төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 20-шәр тамсы эсергә.
Йәки: ике ҡалаҡ һуған ҡабығына 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 6 сәғәт төнәтергә һәм көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда ¼ стакан эсергә. Аҙна-ун көн эскәндән һуң, ете көн туҡтап торорға һәм йәнә дауаланыу курсын дауам итергә.
Фото:Т. Аманов.