Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Апрель 2022, 17:40

Оҙон ғүмерлеләрҙең яратҡан эсемлектәре

Ғалимдар оҙаҡ йәшәүселәр күп булған илдәрҙә тикшеренеүҙәр үткәреп, шуны асыҡлаған: баҡһаң, йөҙйәшәрҙәр бер нисә эсемлеккә өҫтөнлөк бирә икән.

Оҙон ғүмерлеләрҙең яратҡан эсемлектәре
Оҙон ғүмерлеләрҙең яратҡан эсемлектәре

Беренсенән, улар ябай һыуҙы күп эсә. Икенсенән, шәкәрһеҙ ҡыҙыл шараптан да (сухое вино) баш тармайҙар. Тик бик юғары сифатлыһын ғына эсәләр. Өсөнсөнән, ҡара кофе яраталар. Айырыуса Урта диңгеҙ буйындағы оҙон ғүмерлеләр.

Дүртенсенән, йәшел сәйҙе күп эсеүселәр ҙә бар. Хатта көнө буйы үлән сәйе эсеп, сөкөрҙәшеп ултырырға яраталар. Тик белгестәр ҡара сәйҙе лә етерлек эсергә тәҡдим итә.

Шуныһы ла бар: оҙаҡ йәшәргә теләһәң, сәйҙе тәмләткес ҡушмай ғына эсергә кәрәк, имеш. Лимон йә бөтнөк менән.

Фото: www.photographer.ru

Оҙон ғүмерлеләрҙең яратҡан эсемлектәре
Оҙон ғүмерлеләрҙең яратҡан эсемлектәре
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: