Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Апрель 2022, 21:35

Лифт менән 8-се ҡаттан осҡан

Блюхер урамындағы 24-се йортта йәшәгән 22 йәшлек Анастасия Крылова социаль селтәрҙә ҡот осҡос хәл тураһында хәбәр итте.

Лифт менән 8-се ҡаттан осҡан
Лифт менән 8-се ҡаттан осҡан

Уның һүҙҙәренсә, бәхетһеҙ осраҡ 15 апрелдә була.
15:30 сәғәттә ул һигеҙенсе ҡаттағы фатирынан сығып, лифт кабинаһына инә, бер нисә секундтан ул һелкенә башлай.
«Мин шунда уҡ лифттың түбәнгә осоуын һәм хәҙер үләсәгемде аңланым. Иҙән, стеналар, түшәм - бөтәһе лә ныҡ һелкенә һәм металдар шығырлай ине. Кабинала ут бер яна, бер һүнә ине. Мин ҡотом осоп ҡысҡырҙым. Лифт ҡапыл нимәгәлер һуғылып туҡтаны», - тип яҙа Өфө ҡыҙы. Билдәле булыуынса, лифт беренсе һәм икенсе ҡаттар араһында туҡтап ҡалған.

Йортта йәшәүселәр "Тиҙ ярҙам", ҡотҡарыусылар саҡыртҡан. Торлаҡ йорттоң идара итеүсе компанияһына шылтырата алмағандар.

Ҡыҙҙы азат иткәндән һуң, лифт үҙ эшен дауам иткән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: