Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Апрель 2022, 13:35

Кишерҙән бисквит

Үҙенсәлекле тәмлекәс бешереп ҡарарға теләйһегеҙме?  

Кишерҙән бисквит
Кишерҙән бисквит

Кишерҙән сәй табыны өсөн телеңде йоторлоҡ ризыҡ бешерергә була.

  Уртаса ҙурлыҡтағы 2 кишерҙе һәм 2 телем лимонды белендерҙа ваҡлайбыҙ. 3 йомортҡаға 1 стакан шәкәр ҡушып миксер менән күпергәнсе туҡыйбыҙ. Ике массаны бергә ҡушып, 2,5 стакан он, 1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс, 100 грамм тирәһе таҙартылған үҫемлек майы ҡушып уртаса ҡуйылыҡтағы ҡамыр туғырға кәрәк.
Табаны майлап ҡамырҙы тигеҙләп йәйергә лә,ҡыҙған мейестә 40 минут тирәһе бешерергә.

   Сәйҙәрегеҙ тәмле, өйҙәрегеҙ йәмле булһын!

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: