-10 °С
Болотло
Видеояҙма башҡа чаттар буйлап та таралған. Ул 13 йәшлек үҫмерҙең әсәһенә лә барып етә. Ярһыған әсә улына, баҡсалағы бөтә сүп-сарҙы йыйып алырға ҡушып, әрләп ташлай. Әңгәмәнән һуң малайҙың ғаиләһе урындағы мәҙәниәт һарайына концертҡа бара. Әсә кеше улына бер нисә тапҡыр шылтыратҡан, ләкин малай трубканы алмаған, ә ғаилә өйөнә ҡайтҡас, уны һарайҙа тапҡан. Бала ҡылған ҡылығы өсөн шул тиклем борсолған, хатта үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Уҡыусы үлгәндән һуң Тәфтиш комитеты «Үҙ-үҙенә ҡул һалыуға еткереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Фото: Т. Аманов