Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Апрель 2022, 12:15

Бөгөн – ветврач көнө

Халыҡ-ара ветеринар көнө йыл һайын апрелдең һуңғы шәмбеһендә билдәләнә. Бигерәк тә ауылда, мал күпләп аҫралған ерҙә, кәрәкле кеше инде ул ветеринар.

Бөгөн – ветврач көнө
Бөгөн – ветврач көнө

Бөтә донъя ветеринарҙар ассоциацияһы булдырған был датаның маҡсаты – йәмғиәттең иғтибарын хайуандар һаулығына йүнәлтеү.

Ҡыҙыҡлы факттар

XVIII быуатта француз короле Людовик XV йорт хайуандары күпләп үлә башлағас, тәүге веттерапия мәктәбен астыра.

Хайуандарҙың ҡотороҡ, бруцеллез, трихинеллез, Себер язваһы, токсоплазмоз тигән сирҙәре кешегә лә йоға.

Зоопсихология фәне бар. Ундай белгестәр кейек-хайуандарҙың эмоциональ торошон өйрәнә, яңы урынға яраҡлашыуға ярҙам итә.

Тикшеренеүҙәр шуны күрһәткән: йорт хайуандары аҫраған кешеләрҙең 95 проценты улар (малы, эте, бесәйе) менән һөйләшә.

Көнбайышта ветеринар – бик абруйлы, ҙур хеҙмәт хаҡына (түләүгә) эшләүсе кеше.

Бөгөн – ветврач көнө
Бөгөн – ветврач көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: