Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Апрель 2022, 14:25

Ағастың ҡабығы ла файҙалы

Ҡабығы – ағастың иң шифалы өлөштәренең береһе. Ул күп кенә ауырыуҙы дауалауҙа файҙаланыла.  Иң мөһиме – ҡайһы ағастың ҡабығы ниндәй үҙенсәлеккә эйә булыуын белеү һәм дөрөҫ ҡулланыу.

Ағастың ҡабығы ла файҙалы
Ағастың ҡабығы ла файҙалы

 

Имән ҡабығы

Уны яҙ көнө әҙерләйҙәр.  Ул ялҡынһыныуға ҡаршы ярҙам итә, йәрәхәттәрҙе бөтәштереү, ҡанды туҡтатыу, антисептик үҙенсәлектәргә эйә. Эс киткәндә, хроник колит, бәүел ҡыуығы елһенгәндә, бөйөр ауырыуҙарынан төнәтмәһен эсәләр.  

Имән ҡайырыһын ышыҡ урында киптерәләр һәм биш йыл һаҡларға мөмкин.   Уның составында  дубиль матдәләр (10 – 20 процент), төрлө кислота (1,6 процент), пектиндар (6 процент), кверцитин,  левулин, крахмал  һәм ябай шәкәр, аҡһым матдәләр бар.

Ауыҙ ҡыуышлығы боҙолғанда,  насар еҫ килгәндә  төнәтмәһе менән сайҡатырға мөмкин.  Тән тиреһе боҙолғанда, өшөгәндә, тиҙ төҙәлмәгән яраларға, экземаға, геморройға, ҡан тамыры киңәйгәндә туҡыманы ағас ҡайыры төнәтмәһенә манып алып, ауыртҡан урынға ябалар.

Был ағас ҡайырыһының төнәтмәһе организмды нығыта,  ҡан әйләнешен яҡшырта.

Төнәтмә әҙерләү.  Бер ҡалаҡ ағас ҡайырыһна бер стакан һыу ҡойоп,  бер минут ҡайнатырға һәм һөҙөп алырға.  Көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.

Бер ҡалаҡ ағас ҡайырыһына  ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 2 сәғәт йылы урында төнәтергә.  Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: