-9 °С
Ясна
Тәүге осраҡта Силәбенән булған 10 турист менән ҡулдан яһалған һал ағасҡа барып бәрелеп түңкәрелә. Сәйәхәтселәр һыуға ҡолай һәм әйберҙәрен юғалта. Икенсе осраҡ уларҙың артынса була. Был юлы ла ял итергә сығыусылар катамаранда ағасҡа бәрелә.
Бәхеткә күрә, туристар иҫән-һау. Улар үҙаллы ярға йөҙөп сыға һәм усаҡ яға.
Фото: Т. Аманов