Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Апрель 2022, 10:25

Замира һәм Самираға бергәләп ярҙам итәйек!

Рамаҙан айының һуңғы Йомаһы бөгөн.  Ошо изге көндә - изге эш ҡылып өлгөрәйек. 

Замира һәм Самираға бергәләп ярҙам итәйек!
Замира һәм Самираға бергәләп ярҙам итәйек!

"Рамаҙан айыбыҙҙың һуңғы Йомаһы бөгөн. Ҡәҙерле ҡунағыбыҙ менән хушлашырға ваҡыт етеп тә килә... Ошо изге көнөбөҙҙә үткән аҙнала башлап ебәргән хәйриә эшебеҙҙе еренә еткереп ҡуяйыҡ әле, тигән теләк менән яҙам һеҙгә, ҡәрҙәштәрем!
Таныш апай үҙенең өс туған һеңлеһенең хәле тураһында яҙған ине. Яҡшығоловтар ғаиләһендә игеҙәк ҡыҙҙар Замира менән Самира етлекмәй тыуып ДЦП диагнозы менән йәшәй. Силәбе өлкәһендәге "Сакура" реабилитация үҙәгендә даим рәүештә дауаланыу алып торорға кәрәк. Шөкөр, яҡшы һөҙөмтәләр бар, тип ҡыуана ата-әсәһе.
Ике бала өсөн сумма бик ҙур килеп сыға. Хәйриә фондтары ла һәр ваҡыт ярҙам итеп тора алмай, ҡыҙғанысҡа... Балаҡайҙарҙың хәленә битараф булмайыҡсы, диндәштәрем. Кемдәрҙең фытыр саҙаҡаһы тапшырылмаған, кемдәр былай ғына ярҙам ҡулын һуҙырға теләй, әйҙәгеҙ әүҙемерәк булайыҡ. Был хәл беҙҙең өсөн дә һынау ул.
600 000 һум торған дауаланыу суммаһының 150 000 йыйылған. Тимәк 450 000 һум ҡалғаны.
Хөрмәтле, ҡәрҙәштәрем! Был сумма беҙҙең өсөн ҙур түгел. Ватсап һәм телеграмдағы төркөмдәрҙә йәмғеһе 1407 кеше. Әгәр һәр беребеҙ иң кәмендә 350-400 һум күсерһәк тә тиҙ арала был сумма артығы менән йыйыласаҡ .

1407*350=492 450

Саҙаҡаларыбыҙға ҡушып ихлас доғаларыбыҙҙы ла ҡылайыҡ. Ин шәә Аллаһ, Аллаһ Раббыбыҙ тулы шифаларын биреп, йүгереп китер ҡыҙ балаҡайҙар. 

https://vk.com/zamira_samira "

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: